Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Ноябрь 2018, 12:32

“Йүрүҙән” һәм “Йәшлек” бүләкле итте

Йонос ауылынан Гөлнур Байдәүләтова “Триколор” спутник ҡоролмаһы отто

"Сәләм" тапшырыуында, бер район һәм республика баҫма­һына яҙылып, квитанция күсермәһен "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йортона ебәргән гәзит уҡыусылар араһында планшет, телевизор һәм спутник ҡоролмалары уйнатылды. Лототронға һалынған 394 хат араһынан нәшриәт йортоноң матбуғатты таратыу бүлеге начальнигы урынбаҫары Айнур Дәүләтбәков менән тапшырыуҙы алып барыусы Наил Юнысов Салауат районынан килгән хатты ла тартып сығарҙы. Был юлы Йонос ауылынан тоғро дуҫыбыҙ, әүҙем хәбәрсебеҙ Гөлнур Байдәүләтоваға бәхет йылмайҙы. Ул "Триколор" спутник ҡоролмаһын отто.
– “Йүрүҙән”, “Йәшлек” гәзиттәренә яҙылдым да квитанцияларымды электрон хат менән ебәрҙем. Тура эфирҙа бүләктәр уйнатылғанын һәм миңә спутник ҡоролмаһы сығыуын һуңынан ғына белдем. Быға тиклем приз отҡан булмағас, башта ышанмай ҙа торҙом. Бик шатландыҡ, ошо бүләктең файҙаһын күреп, ғаиләм менән бергәләп телевизорҙан фәһемле тапшырыуҙар, кинолар ҡараясаҡбыҙ, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Гөлнур Таһирьян ҡыҙы.
Шулай бүләктәр уйнатылып тора, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, унан ситтә ҡалмағыҙ. "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто ҡарамағындағы баҫмаларға, шул иҫәптән “Йүрүҙән” гәзитенә, яҙылыусылар араһында быйыл велосипед уйнатыла. Конкурста ҡатнашыр өсөн "Йүрүҙән"гә яҙылған квитанция күсермәһен (6 айҙан кәм булмаһын) беҙҙең редакцияға, Малаяҙ ауылы, Коммунистик урамы, 56 адресы буйынса ебәрегеҙ. Тулыраҡ мәғлүмәт – iyryzan.rbsmi.ru һәм rbsmi.ru сайттарында.
Читайте нас: