Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Ноябрь 2018, 13:05

Кескәй баҡсасыларға – “Йүрүҙән”дән бүләк!

“Йүрүҙән” гә­зите редак­цияһы үткәргән "Көҙгө байлыҡ" фото­конкурсы тамам. Еңеүсене “Бәй­ләнештә” со­циаль селтә­рендә гәзиттең төркөмөндә тауыш биреү ярҙамында билдәләнек.

Барыһы тауыш биреүҙә 911 кеше ҡат­нашып, шуларҙың 481-е Малаяҙ ауылынан Алина Шәйәхмәтованы еңеүсе тип тапты. Алинаны еңеүе менән ҡотлап, уға беҙ төп приз – бик шәп һауыт-һаба наборын бүләк иттек. Шулай уҡ унан аҙға ғына ҡалышып, 306 тауыш йыйған, Ар­ҡауылдан Динар Иҙри­совты ла дәрт­ләндереү призы менән билдәләп үттек. Конкурста ҡат­нашыу­сыларға һәм тауыш биреү­селәргә ҙур рәх­мәтебеҙҙе бел­дерәбеҙ. Оҙаҡ­ламай Яңы йыл байрамы алдынан да ҡыҙыҡлы конкурс иғлан итәсәкбеҙ. Унда ла әүҙем ҡатнашып, “Йүрүҙән”дең бүләктәрен алырға онотмағыҙ. Артабан да бәйләнештә булып ҡалайыҡ, дуҫтар!
Мөхәрририәт.
Читайте нас: