Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Май 2018, 17:56

Гөлкәй апай кеүек әүҙем булығыҙ!

Таймыйҙан Гөлкәй Ғайсина гәзит-журналдарҙы әүҙем алдыра. Ул йыл һайын райондың ике гәзитенә лә яҙыла. “Таймый” хужалығында егерме йыл һауынсы, ун йылға яҡын ферма мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ауыл хужалығы хеҙмәт ветераны матбуғат менән һәр ваҡыт дуҫ.Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙ ҙә матбуғатҡа яҙылыу осоронда шулай әүҙем булығыҙ! Бөгөн, иртәгә, шәмбе көндө лә почта бүлексәләрендә гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡала алаһығыҙ. “Йүрүҙән” гәзитенә 6айға хаҡ – 673 һум 20 тин (20 майҙан һуң 748 һумға әйләнә)

Таймыйҙан Гөлкәй Ғайсина гәзит-журналдарҙы әүҙем алдыра. Ул йыл һайын райондың ике гәзитенә лә яҙыла. “Таймый” хужалығында егерме йыл һауынсы, ун йылға яҡын ферма мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ауыл хужалығы хеҙмәт ветераны матбуғат менән һәр ваҡыт дуҫ.

- “Йүрүҙән”, “На земле Салавата” гәзиттәрен яратып уҡыйым, “Себерке”, “Диләфрүз” татар баҫмаларын алдырам. Сәләмәтлек тураһында гәзиттәргә лә яҙылам, – ти Гөлкәй Әнүәр ҡыҙы.

Бынан башҡа, ул ауылдағы почта бүлексәһенә килеп, ҡайһы бер гәзит-журналдарҙы һатып та ала. Шулай уҡ ейән-ейәнсәрҙәрен дә балалар өсөн сыҡҡан матбуғат баҫмалары менән һөйөндөрә.

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙ ҙә матбуғатҡа яҙылыу осоронда шулай әүҙем булығыҙ! Бөгөн, иртәгә, шәмбе көндө лә почта бүлексәләрендә гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡала алаһығыҙ. “Йүрүҙән” гәзитенә 6айға хаҡ – 673 һум 20 тин (20 майҙан һуң 748 һумға әйләнә).
Читайте нас: