Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Май 2018, 11:49

Яҙылығыҙ – отолмаҫһығыҙ!

– Район гәзитенең башҡортса баҫмаһын ярты быуат тирәһе һәр йыл һайын алдырам. Быйыл да “Йүрүҙән” гәзитенә, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Тамаша”, “Шоңҡар”, “Аманат” журналдарына, “Киске Өфө”гә яҙылдым. Милли матбуғат баҫмалары менән бер ваҡытта ла бәйләнеште өҙмәйем, – тине әүҙем яҙылыусыбыҙ, бүләк отоусы, мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алия Ишбулдина.

Мәғлүм булы­уынса, апрель айын­да “Башҡортостан Республикаһы” Нәш­риәт йорто “Супер­приз от!” акцияһы еңеү­се­ләрен бил­дәләне. Башҡор­тостан юл­даш телеви­де­ниеһының иртәнге “Сәләм” тапшыры­уында тура эфирҙа бүләктәр уйнат­ҡанда, Янғантау ауы­лынан Алия Иш­бул­ди­наға ҡиммәтле “LG” теле­визоры сыҡҡайны.

Май байрамдары алдынан беҙ, был ҙур бүләкте Өфөнән алып ҡайтып, эйәһенә тапшырҙыҡ. Әүҙем хәбәрсебеҙ, “Йүрүҙән” гәзитенең яҡын дуҫы Алия Ишморат ҡыҙын ошо отошо менән үҙенең уҡытыусылар коллективы алдында ҡотланыҡ. Уның шатлығын Янғантау урта мәктәбе директоры Фирғәт Ғимранов та уртаҡлашты.

– Матбуғат баҫмаларына яҙылырға кәрәк. Шундай бүләктәр уйнатҡас, әйҙәгеҙ, гәзит-журналдарҙы тағы ла күберәк алдырайыҡ, – тине ул, яҙылырға саҡырып.

– Район гәзитенең башҡортса баҫмаһын ярты быуат тирәһе һәр йыл һайын алдырам. Быйыл да “Йүрүҙән” гәзитенә, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Тамаша”, “Шоңҡар”, “Аманат” журналдарына, “Киске Өфө”гә яҙылдым. Милли матбуғат баҫмалары менән бер ваҡытта ла бәйләнеште өҙмәйем, – тине әүҙем яҙылыусыбыҙ, бүләк отоусы, мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алия Ишбулдина. Ул төп эшенән тыш, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советына ла етәкселек итә. Бәхетле еңеүсебеҙгә артабан да һәр саҡ уңыштар теләйбеҙ.

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙ ҙә “Суперприз от!” акцияһында ҡатнаша алаһығыҙ. Бының өсөн район гәзитенә һәм бер республика баҫмаһына 6 айға яҙылып, квитанция күсермәһен 450077, БР, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 адресы буйынса “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортона (ваҡытлы матбуғат баҫмаларын таратыу бүлегенә) ебәрергә кәрәк. Гәзит-журналға яҙылып, телевизор, спутник антенналары, планшеттар оторға мөмкин. 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу һөҙөмтәләре буйынса суперприздар сентябрҙә уйнатыласаҡ. Хәҙер “Йүрүҙән”гә һәм башҡа баҫмаларға яҙылып ҡалыуы отошло. 20 майға тиклем льготалы декада бара. Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ!
Читайте нас: