Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ! Рәсәй Почтаһы 10 майҙан 20 майға тиклем гәзит-журналдарға яҙылыуҙың льготалы ун көнлөгөн үткәрә.
Декада осоронда “Йүрүҙән” гәзитенә 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына түбәндәге ташламалы хаҡтарға яҙылырға мөмкин:
Льготаһыҙ ярты йылға яҙылыу хаҡы 748 һумға барып баҫа. Йәғни ошо ун көнлөктә яҙылһағыҙ, 75 һум тирәһе аҡсағыҙ янығыҙҙа ҡаласаҡ.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветерандар һәм инвалидтарға айырым ташламалы хаҡ: 6 айға – 615 һум 24 тин.
Яҙылыу осоронда бүләктәр ҙә уйнатабыҙ.
Почта бүлексәләренә ашығығыҙ, “Йүрүҙән”гә яҙылығыҙ!!!