Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Ғинуар 2018, 15:27

“Йүрүҙән”де яратып уҡыйбыҙ”

“Аҙна һайын – бүләк” акцияһы буйынса Арҡауыл ауылынан Рәшит Фәйзуллин менән Малаяҙҙан Фәрит Фәйзуллинға ла бәхет йылмайҙы. Уларҙың береһенә – салат һауыттары, икенсеһенә сәй наборы сыҡты.

Туҡһан йәшлек аҡһаҡалдар (улар бер класта уҡыған, туған түгелдәр, фамилиялары ғына оҡшаш) икеһе лә бар ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған: Рәшит Хужиәхмәт улы Арҡауылда – географиянан, Фәрит Зәйнәғәбдин улы Урмантауҙа немец теленән белем биргән, мәктәп завучы булған. Шуға ла матбуғат менән улар һәр ваҡыт айырылғыһыҙ дуҫ.


– Монай ауылынан бабайым, әсәйемдең бер туған ағаһы, Сөнәғәт Нәсибуллин элекке “Большевистик колхозға” тип аталған район гәзитенең тәүге мөхәррире булды. Бәләкәй саҡтан район матбуғаты менән танышмын. Мәктәптә уҡытҡан осорҙа география фәне дәрестәрендә гәзит материалдарын йыш файҙалана торғайным. Хәҙер ҙә “Йүрүҙән”де яратып уҡыйым. Һуңғы йылдарҙа халыҡтың гәзит алдырмауы ғына борсой, – ти педагогик хеҙмәт ветераны, Фәйзуллиндарҙың данлы уҡытыусылар династияһына нигеҙ һалыусы Рәшит ағай. Шулай уҡ ул бер йылда ла “Башҡортостан” гәзитенән ҡалмай.


– Гәзит менән беҙ ҙә ғүмер буйы дуҫбыҙ. Почта килһә, ҡатыным Миләүшә Сафа ҡыҙы менән иң тәүҙә “Йүрүҙән”де ҡарап сығабыҙ. Шулай уҡ “На земле Салавата”, “Башҡортостан Йома” гәзиттәрен дә алдырабыҙ, – тине Фәрит Фәйзуллин, йәштәшенең һүҙҙәрен ҡеүәтләп.


Быйыл икеһе лә туғыҙ тиҫтәһен тултырған ветеран уҡытыусыларға артабан да беҙҙең менән бәйләнеште өҙмәүҙәрен теләйбеҙ. Улар кеүек тоғро уҡыусыларыбыҙ күберәк булһын ине.
Читайте нас: