Осрашыу Республика Йортонда 22 декабрҙә үтте. Малай был юлы унда атаһы Руслан Шаһиморатов, уҡытыусыһы Алгиза Әлибаева менән барҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Максим Шаһиморатов республика етәксеһенең саҡырыуы буйынса уның эш кабинетында 2024 йылдың 18 декабрендә булғайны. Ул саҡта Радий Хәбиров малайҙы йәнә ҡунаҡҡа саҡырғайны.
Максим, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булыу сәбәпле өйҙә уҡыуына ҡарамаҫтан, ижад менән әүҙем шөғөлләнә, ауыл клубына сәнғәт түңәрәгенә йөрөй. Уның атаһы Руслан Марсель улы Максимдың ике тапҡыр Өфөләге “Салют” республика комплексында реабилитация үтеүе хаҡында һөйләне. Хәҙер ғаилә академик Илизаров исемендәге Милли медицина травматология һәм ортопедия тикшеренеү үҙәгендә дауаланыу өсөн документтар йыя.
Мөрсәлим урта мәктәбе уҡытыусыһы Алгиза Әлибаева һүҙҙәренсә, Максим үҙаллы уҡый башлаған, шулай уҡ рәсем төшөрөү менән шөғөлләнеүен дауам итә. Малай республика Башлығына үҙенең һүрәтен бүләк итеп, танкист булырға хыялланыуы хаҡында әйтте.
– Был ысын мәғәнәһендә ир-егеттәр хыялы. Һине киләһе йылдың мартында “Патриот” паркына саҡырам. Байтаҡ сағыу тәьҫораттар алырһың тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Максимдың һүрәттәренең береһенә үҙенең теләктәрен яҙып, уға Яңы йыл бүләге тапшырҙы.
– Был картина хәҙер республика Башлығының фотоһы янында иң күренеп торған урында эленеп торасаҡ. Мин уның кабинетында икенсе тапҡыр, был минең өсөн ҙур бәхет, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Максим Шаһиморатов.
Фото һәм видео: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.