"Халыҡ фронты" ның Башҡортостандағы вәкиле, Донецк йүнәлешендәге хәрби бурыстарын үтәүсе "Умас" хәрби ҡушаматлы яугир сабыйҙарҙы шатландырыу башланғысы менән сыҡты. Изге эшкә тәүгеләрҙән булып "Салауат Юлаев" хоккей клубы һәм республика мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ҡушылды. Шулай уҡ Бәләбәй районынан эшҡыуар ҡорамалдар ремонтлау өсөн буяу бирҙе.
- Донбасс балаларына уйынсыҡтарҙы ҙур ҡыуаныс менән тапшырабыҙ. Бүләктәр адреслы, Донецк ҡалаһының 23-сө балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр өсөн тәғәйенләнгән. Улар менән бергә йөрәк, күңел өлөштәрен ебәрәбеҙ. Балалар сәләмәт һәм бәхетле булып үҫһен, - тип хәбәр итте республика мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Елена Хаффазова "Молодежная газета" баҫмаһына.
Балалар баҡсаһында йәш ярымдан ете йәшкә тиклем 34 бала тәрбиәләнә. 75 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы 20 ғинуарҙан тулы көнгә асылды һәм тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ, тип көтөлә. Уйынсыҡтар бик ваҡытлы булды.
- Беҙ партнерҙар менән Луганск, Перевальск һәм Антрацит ҡалаларындағы балалар йорттарына ла ярҙам итәбеҙ. Әгәр ҡушылыу теләге бар икән, уйынсыҡтар һәм балалар кейемдәрен (тик улар яңы һәм этикеткалы булһын) Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 1-138 адресы буйынса килтерә алаһығыҙ. "Халыҡ фронты" тиҙ арала барыһын да бәләкәй адресаттарға еткерер, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды "Халыҡ фронты" ның Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһе етәксеһе Виталий Брыкин.