Максим Радий Хәбировтан бүләккә робот-трансформер һорап, Башҡортостан Башлығы кабинетын күрергә, Яңы йыл алдынан уның менән осрашырға теләк белдереп, "тура бәйләнеш"кә хат яҙғайны. Бала сағынан инвалид булыуына һәм өйҙә уҡыуына ҡарамаҫтан, һәләтле малай ижад менән әүҙем шөғөлләнә, ауыл мәҙәниәт йортонда сәнғәт түңәрәгенә йөрөй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы 2018 йылдың көҙөндә Салауат районына эш сәфәре барышында Мөрсәлимдә яңы ауыл мәҙәниәт йорто төҙөргә ҡушҡайны, ә объект 2020 йылдың ғинуарында асылды.
Максим Өфөгә Мөрсәлим урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Алгиза Әлибаева менән килде. Радий Хәбиров эш кабинетын күрһәтте, эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне һәм малайға үҙе теләгән уйынсыҡты, һеңлеләре һәм туғандарына Яңы йыл бүләктәре тапшырҙы. Максим республика Башлығына үҙе төшөргән картинаны бирҙе һәм байрам шиғырын уҡып ишеттерҙе. Малай футболсы булырға хыялланыуы хаҡында һөйләне.
Уның уҡытыусыһы Алгиза Айрат ҡыҙы һөйләүенсә, ғаиләлә Максимдың уҡыуына ҙур иғтибар менән ҡарайҙар һәм уның ҡаҙаныштары менән ғорурланалар. Радий Хәбиров малайҙы "Салют" республика реабилитация-белем биреү комплексында реабилитация курсын үтергә саҡырҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.
– Иҫ киткес осрашыу! Максимдың һаулығы буйынса ҡатмарлыҡтар бар, ләкин шул уҡ ваҡытта ул асыҡ һәм изгелекле. Шундай хат яҙыу идеяһы үҙенеке булыуын әйтте, – тине Радий Фәрит улы осрашыу аҙағында. – Беҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты сирләгән балалар бар. Уларға айырыуса иғтибар кәрәк. Беҙ тап улар өсөн "Салют" реабилитация үҙәген булдырҙыҡ та инде. Максимды ла шунда дауаларбыҙ. Ә киләһе йылға ул йәнә Өфөгә киләсәк. Иң мөһиме, барыһы ла иҫән-һау булһын.
– Яңы йыл хыялым тормошҡа ашты. Миңә республика Башлығының кабинеты һәм уның менән аралашыу бик оҡшаны, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Максим. – Радий Фәрит улы мине тағы бер тапҡыр ҡунаҡҡа саҡырҙы, һәм мин мотлаҡ килергә вәғәҙә бирҙем.
Фото һәм видео: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.