Акцияла һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренән булған, Донецк, Луганск халыҡ республикаларында, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә йәшәгән һәм теркәлгән, Белгород, Брянск һәм Курск өлкәләрендә йәшәп, унан сығып китергә мәжбүр булған балалар ҡатнаша ала, тип яҙа «Республика Башкортостан» гәзите.
Теләк теләү өсөн Елка желаний.рф сайтына инеп, «Стать мечтателем» төймәһенә баҫырға кәрәк. Теркәлегеҙ һәм шәхси кабинетҡа күсегеҙ, анкета тултырығыҙ. Был категорияны раҫлаған документтарҙы, мәҫәлән, билдәләнгән түләүҙәр һәм льготалар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, беркетегеҙ. Ғариза биреүҙе тамамлағыҙ. Әгәр ҡатнашыу шарттарына бер нисә бала тура килһә, һәр береһенә анкета тултырығыҙ.
Акцияның партнеры һәм теләктәрҙе үтәүсе һәр кем була ала. Дәүләт учреждениелары, коммерция ойошмалары вәкилдәре, айырым кешеләр - барыһының да ярҙамға мохтаждарға шатлыҡ һәм тылсым бүләк итеү мөмкинлеге бар. Бының өсөн акцияның сайтына инеп, үтәү өсөн теләк һайларға кәрәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә «Теләктәр шыршыһы» 2018 йылдан алып тормошҡа ашырыла һәм йыл һайын изге эштәр башҡарырға әҙер меңдәрсә кешене берләштерә. Акцияны ойоштороусыларҙың һәм башҡарыусыларҙың көсө менән алты йылда 210 меңдән ашыу баланың Яңы йыл теләге үтәлгән. Йыл һайын был акцияға Рәсәй президенты Владимир Путин да ҡушыла. Уҙған акция барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ысын киностудияға барырға хыялланған Өфөнән бәләкәй ҡыҙҙың теләген тормошҡа ашырҙы.
Быйыл «Теләктәр шыршыһы» 2024 йылдың 15 ноябренән 2025 йылдың 28 февраленә тиклем бара.
Фото: Альберт Заһиров, «Республика Башкортостан» гәзите.