Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалының социаль координаторҙары комплекслы ярҙам күрһәтә. Өфө районында иһә МХО ветерандарын һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләрен оҙатыу менән Алина Чудова шөғөлләнә.
Алина Әлиф ҡыҙы балаларҙың тормошон күҙәтеп бара, уларға ярҙам саралары, реабилитациялауҙың, уҡытыуҙың һәм эшкә урынлаштырыуҙың яңы мөмкинлектәре тураһында һөйләй. Социаль координатор Рәсәй дәүләт социаль университетының һәм "Кибатлетика" союзының МХО зонаһында йәрәхәтләнгән кешеләрҙе комплекслы реабилитациялау буйынса пилот проекты хаҡында белгәс, үҙенең тәрбиәләнеүсеһе Илгиз Ахуновҡа анкета ебәрә.
Илгиз пилот проектының реабилитация төркөмөнә эләгә һәм ике аҙна буйына МХО-ла ҡатнашыусылар менән бергә медицина тикшереүе үткәндән һуң махсус программа буйынса шөғөлләнә. Дәрестәрҙе тәжрибәле инструкторҙар алып бара, уларға Рәсәй дәүләт социаль университеты студент волонтерҙары ярҙам итә.
Илгиз Ахунов уға пилот проекты сиктәрендә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтле. Ул реабилитациялау программаһында ҡатнашырға кәңәш иткән социаль координатор Алина Чудоваға айырым рәхмәт белдерҙе.
Программа буйынса реабилитациялау, йәшәү, туҡланыу һәм проектта ҡатнашыусы өсөн дәрестәр үткәреү урынына тиклем юл - түләүһеҙ.
Фондтың республика филиалының эше тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548
"Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, ялһыҙ. Алдан консультация алыу өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.
Сығанаҡ: "Ватанды һаҡлаусылар" фонды.