«2023 йылдың июненән бында 28 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Улар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар, уларҙың ғаилә ағзалары, һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары. Төп мәсьәләләр – ярҙам сараларын тәғәйенләү, юридик һәм медицина ярҙамы, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын алыу, федераль һәм төбәк түләүҙәре. Уларҙың күбеһе хәл ителгән», - тип хәбәр итте республика етәксеһе социаль селтәрҙә.
Фонд филиалы шулай уҡ медицина һәм социаль реабилитациялауҙа, дарыуҙар һәм реабилитация саралары алыуҙа, санатор-курорт дауалауында, психологик ярҙам күрһәтеүҙә, ветерандарҙы ҡайтанан уҡытыуҙа һәм эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итә. Анна Цивилева шулай уҡ стоматология поликлиникалары менән берлектә төҙөлгән «Яугирҙең сәләмәт йылмайыуы» һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн «Беҙ үҙебеҙ менән йылмайыу алып барабыҙ» проекттарын юғары баһаланы.
«Фондтың Башҡортостан филиалы - Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе. Республика ҡала һәм райондарында 97 социаль координатор эшләй. Улар эш өсөн ихлас күңелдән янып-көйгән, һәр мәсьәләне хәл итеүгә күңелен һалып ҡараған битараф булмаған кешеләр. Бында көслө команда барлыҡҡа килгән. Филиал гуманитар ярҙам йыйыу, патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләре менән шөғөлләнгән төрлө йәмәғәт ойошмаларының да көсөн берләштерҙе. Күп ветерандар өсөн был урын икенсе йортҡа әйләнде. Улар бында мәсьәләләрҙе хәл итергә генә килмәй», - тине Радий Хәбиров..
Фото: Радий Хабиров ВК.