Өфөлә "Торатау" Конгресс-холына инвалидтарға тулы тормош менән йәшәргә ярҙам итеүселәр йыйылды. Был иллегә яҡын реабилитация саралары, социаль объекттар һәм фатирҙарҙа яраҡлашыу өсөн ҡорамалдар, медицина һәм башҡа изделиелар етештереүселәр. Үҙ проекттарын һәм туристик фирмаларын, медицина учреждениеларын, инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмаларын тәҡдим иттеләр, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.
Форумда асыҡ мөхит һәм инвалидтарҙы реабилитациялау өлкәһендә бер төркөм федераль эксперттар ҡатнаша. Тәжрибә менән илдең утыҙға яҡын төбәге вәкилдәре лә уртаҡлашасаҡ. Бынан тыш, ярҙам күрһәтелеүселәр ҙә проблемалар буйынса үҙ фекерен әйтәсәк. Төрлө аспекттар буйынса фекер алышыу утыҙ һүҙ көрәштереү майҙансығында үтәсәк.
Программала шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, консультациялар, мода күрһәтеү, "Кәртәләрҙе емереп" балалар ижады фестиваленең гала-концерты һәм башҡалар. Шулай уҡ "Изге республика" хәйриә йәрминкәһе эшләй, унда оҫталарҙың - интернаттарҙа һәм реабилитация үҙәктәрендә тәрбиәләнеүселәрҙең изделиеларын һатып алырға мөмкин.
Фото: Динар Кәлимуллин, "РБ".