Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
25 Сентябрь 2024, 17:19

Башҡортостанда «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы һәләк булған яугирҙың ата-әсәһенә газ үткәреүҙә ярҙам күрһәтте

Фонд филиалына махсус хәрби операцияла һәләк булған Эдуард Абликовтың әсәһе Галина Ивановна мөрәжәғәт итә. Ул газ үткәреүгә документтар буйынса хәлде асыҡларға ярҙам итеүҙе һорай - уға сертификатты Эдуард алған була. Ғаиләнең өйҙә ремонт эштәре барышында килеп тыуған көнкүреш мәсьәләләре, түләүҙәрҙе рәсмиләштереүҙә ҡыйынлыҡтар менән бәйле проблемалары ла була.

Башҡортостанда «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы һәләк булған яугирҙың ата-әсәһенә газ үткәреүҙә ярҙам күрһәтте
Башҡортостанда «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы һәләк булған яугирҙың ата-әсәһенә газ үткәреүҙә ярҙам күрһәтте

Галина Ивановна менән Виталий Апаевич Абликовтарға «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалының Борай районынан социаль координаторы Лариса Шәүәлиева ярҙам күрһәтә. Ул кәрәкле ғаризалар яҙырға ярҙам итеп, үҙе бөтә тейешле инстанциялар буйынса үтеп, мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеүгә өлгәшә. Абликовтар ғаиләһен «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы оҙатыуына алалар, төбәк һәм федераль ҡануниәттә ҡаралған ярҙам сараларын улар тулы күләмдә ала.

Галина Ивановна һәм Виталий Апаевич Абликовтар күрһәткән ярҙамдары өсөн Борай районы хакимиәтенә һәм социаль координаторға рәхмәтле.

Фондтың республика филиалының эше тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548 

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: иртәнге 9.00-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем, ялһыҙ.

Алдан консультация алыу өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.

Автор:
Читайте нас: