Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
28 Июнь , 12:59

Социаль участковыйҙар хеҙмәте

2022 йылдың 25 апреленән Салауат районында Социаль участковыйҙар хеҙмәте эшләй башланы. Ул Иглин районындағы Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатының бер бүлексәһен тәшкил итә.

Социаль участковыйҙар хеҙмәте
Социаль участковыйҙар хеҙмәте

Социаль участковыйҙар хеҙмәтендә ике хеҙмәткәр эшләй: социаль эш буйынса белгес Мөхәмәтйәнова Рита Әнүәр ҡыҙы һәм психолог Аҙнабаева Гөлнур Фидаил ҡыҙы (һүрәттә). Был хеҙмәттең бурысы граждандарҙың социаль хеҙмәтләндереүгә мохтажлығын таныу, социаль хеҙмәттәргә мохтаж граждандарҙы асыҡлау, оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙы ҡарауға алыусы ғаиләләргә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итеү; оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы стационар учреждениеға билдәләү, уларҙы социаль оҙатыуға ҡайтып ҡала.

– Быйылғы биш айҙа кәңәш һорап, 416 кеше мөрәжәғәт итте. Уларҙың 26-һы өйҙә социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж булыуы танылды. Граждандарҙың йәшәү эшмәкәрлеге сикләнеүе дәрәжәһен тикшереү өсөн 35 тапҡыр урынға сығылды. 8 граждан дөйөм типтағы йорт-интернаттарға һәм психоневрологик интернаттарға урынлаштырылды. Бер ҡарауға алыусы ғаилә булдырылды. Йыл буйына граждандарҙы оҙайлы ваҡыт ҡарау буйынса анкета уҙғарылды: районда 368 кеше ундай хеҙмәткә мохтаж, – ти социаль эш буйынса белгес Рита Мөхәмәтйәнова. – Башҡортостан Башлығы бойороғона ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың пенсия йәшенә еткән, инвалидлығы булған йәки ярҙамға мохтаж ата-әсәләре, законлы вәкилдәренә социаль хеҙмәттәр өйҙә ярымстационар социаль хеҙмәтләндереү формаһында бушлай күрһәтелә. Быйыл шундай 3 ғаилә мөрәжәғәт итте.

Рита Әнүәр ҡыҙы әйтеүенсә, әгәр 18 йәштән өлкән инвалид йәки 65 йәштән оло йәштәге граждан сит кеше ярҙамына мохтаж икән, уға социаль участковыйҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белгестәр йорт адресы буйынса сығып, уның социаль хеҙмәтләндереүгә мохтажлығын билдәләйәсәк. Мохтаж кешене улар стационар, махсус дәүләт учреждениеһына билдәләй ала, унда квалификациялы белгестәр уға хәстәр һәм иғтибар күрһәтәсәк.

“Гражданды социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж итеп таныу” дәүләт хеҙмәтенә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша һәм Күп функциялы үҙәк офисында документтар тапшырырға мөмкин. Социаль хеҙмәтләндереүгә мохтажлыҡты таныу һәм шуға ҡағылышлы башҡа һорауҙар буйынса Малаяҙ ауылы, Совет урамы, 63/1, 6-сы кабинет (район мәғариф бүлеге бинаһының 1-се ҡаты) адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефон: 8(34777) 2-00-65.

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: