"Китап байрамы" йәрминкәһенә абруйлы ҡунаҡ сифатында килгән билдәле алып барыусы һәм актриса, Ғаләм һылыуҡайы Оксана Фёдорова ла хәйриә акцияһында ҡатнашты. Ул дүрт баҫмаға яҙылды, уларҙы йыл дауамында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре аласаҡ, тип яҙа "Молодежная газета" баҫмаһы.
"Китап" нәшриәте продукцияһы менән Оксана Фёдорованы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев таныштырҙы.
Көн һайын, йәрминкә көнөндә, киске сәғәт 6-ла "Китап" нәшриәте майҙансығында "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыла. Унда 24 майҙан 26-на тиклем «Китап байрам"ы ваҡытында кәмендә ярты йылға матбуғатҡа яҙылғандар ҡатнаша ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Өфөлә беренсе "Китап байрамы" халыҡ-ара китап йәрминкәһендә "Изге яҙылыу" акцияһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский ҡушылғайны.
"Изге яҙылыу" хәйриә акцияһына теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, тыл хеҙмәткәрҙәренә, туғандарына һәм яҡындарына "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылырға, шулай уҡ ундағы фотоны #ДобраяПодписка хештегы менән социаль селтәрҙәргә һалып, эстафетаны дуҫтарыңа тапшырырға кәрәк.
Фото: "Молодежная газета".