Фронт батюшкаһының ҡорал урынына доға һәм православие тәреһе. Ул яугирҙәрҙе суҡындыра, изге доғаларын ҡыла. Ғибәҙәт ҡылыуҙарҙы позицияларҙа, йыш ҡына ут аҫтында үткәрә. Бер көн эсендә, бер подразделениенан икенсеһенә күсеп, отец Рафаил ҙур араларҙы үтә. Машинаһыҙ булмай, ә үҙенеке ике йыл эсендә фронтта йөрөп сафтан сыға.
"Беҙ отец Рафаилдың, уны һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтөп торған яугирҙәргә тиҙ һәм хәүефһеҙ барып етеү өсөн, төҙөк автомобиль кәрәк, тип ҡарар иттек. Был идеяны тормошҡа ашырырға һалым хеҙмәте ярҙам итте, улар полк руханийына автомобиль тапшырҙы. Унда батюшка ялан ғибәҙәтханаһын асырға ниәтләй", - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһында Халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин "Республика Башкортостан" гәзитенә.
Фото: vk.com/nf_ufa