Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
14 Апрель , 22:50

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары Ырымбур өлкәһенә гуманитар ярҙам ебәрҙе

Республика журналистары Ырымбур өлкәһендәге ташҡындан зыян күргәндәргә ярҙам ҡулы һуҙҙы, тип хәбәр итә «Башинформ».

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары Ырымбур өлкәһенә гуманитар ярҙам ебәрҙе
Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары Ырымбур өлкәһенә гуманитар ярҙам ебәрҙе

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто ДУП-ы филиалы - Республика мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре Ырымбурҙың һыу баҫҡан райондарында йәшәүселәргә гуманитар ярҙам йыйып, илтеп бирҙе. Улар һыу, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм башҡалар алып барҙы. Бынан алда Орскиҙың һыу баҫҡан райондарында йәшәүселәргә Сибай мәғлүмәт үҙәге коллективы ярҙам алып барып тапшырҙы. 

Фото: rbsmi.ru. 

Евгений СОКОЛОВ. 

"Республика Башкортостан" гәзите.

Автор:
Читайте нас: