Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
1 Август 2023, 17:30

Башҡортостанда хроник С гепатиты менән яфаланған балаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итәсәктәр

Башҡортостанда 3 йәштән 18 йәшкәсә хроник С гепатиты менән яфаланған балаларҙы «Изгелек әйләнәһе» фонды (фондкругдобра.рф) саралары иҫәбенә дарыуҙар менән тәьмин итәсәктәр.

Башҡортостанда хроник С гепатиты менән яфаланған балаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итәсәктәр
Башҡортостанда хроник С гепатиты менән яфаланған балаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итәсәктәр

Дәүләт хеҙмәттәре аша 24 пациент ғариза яҙған да инде - улар бөтә кәрәкле документтарын ебәргән. 22 ғариза хупланған, ҡалғандарын ҡарайҙар.

Глекапревир/Пибрентосвир һәм Софосбувир/Велпатасвир кеүек препараттарҙы балалар яҡын арала аласаҡ.

Ил буйынса бөтәһе мең ярымдан ашыу ғариза хупланған. Ентеклерәк - Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сәхифәһендә.

Кәрәкле препараттарҙы алыу өсөн нисек ғариза яҙырға - роликта ҡарағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Сығанаҡ: https://vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_2134 

Автор:
Читайте нас: