Түбәндәге исемлек буйынса мәктәп кәрәк-яраҡтары килтерергә мөмкин:
Канцелярия тауарҙары һәм ижад өсөн материалдар - тик яңы булырға тейеш
Портфелдәр һәм мәктәп формаһы - яҡшы хәлдә йәки яңы
Дәреслектәр һәм нәфис әҙәбиәт - яҡшы хәлдә йәки яңы
Ҡайҙа йыялар? Республика ҡала һәм райондарындағы район-ара "Ғаилә" үҙәктәре һәм уларҙың бүлексәләре базаһында.
Мин дә ярҙам итә аламмы? Акцияла теләгән һәр кем – айырым кешеләр, коммерция ойошмалары, дәүләт учреждениелары һәм хакимиәт коллективтары ҡатнаша ала.
Әйткәндәй, акцияны «Ғаилә» үҙәктәре һәм Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 13-сө тапҡыр үткәрә. Тулыраҡ ошонда.