Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
20 Ноябрь 2022, 19:07

Башҡортостан ирекле батальондарға техника һәм экипировка менән ярҙам итәсәк

Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге ирекле батальондарға сираттағы гуманитар колонна Башҡортостандың Берҙәм логистик үҙәгенән юлға сыға.

Башҡортостан ирекле батальондарға техника һәм экипировка менән ярҙам итәсәк
Башҡортостан ирекле батальондарға техника һәм экипировка менән ярҙам итәсәк
Был Башҡортостандан Донецк, Луганск халыҡ республикаларына, Рәсәйҙең яңы төбәктәренә – Херсон һәм Запорожье өлкәләренә йүнәлткән 34-се гуманитар конвой буласаҡ. Уны «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһенән тыш, республика предприятиелары һәм ойошмалары, халыҡ һәм ирекмәнлек батальондары яугирҙәренең ғаиләләре лә йыйҙы.
 
Йөктәр фураларҙа сорттарға айырыла, юлһыҙ ерҙән йөрөүсе машиналар Украинаға үҙҙәре бармаясаҡ, гуманитар ярҙам ышаныслы һәм тиҙ арала барып етеүгә гарантия биреү өсөн барыһы ла ҙур йөк автопоезына йыйыла. Өҫтәүенә аҙыҡ-түлек, коптерҙар, экипировка, йылы әйберҙәр алып киләләр, башҡорт ирекмәндәре һораған ике гармун да бар.
 
– Мин «Башнефтегеофизика» компанияһын билдәләп үтергә теләйем, ул, республиканың тиҫтәләгән предприятиелары кеүек үк, беҙҙең яугирҙәргә, махсус бронялы «Урал» менән бергә «уазик» автомобилдәренең тотош десантын йүнәлтә. Ете берәмек техниканы – шайморатовсыларға, алтауһын доставаловсыларға тапшырабыҙ. Республика батальондарыбыҙға әсәй кеүек ҡарай. Әммә был Донбасс халҡына һәм беҙҙең ирекмәнлек батальондарына, шулай уҡ республиканың мобилизацияланған кешеләренә берҙән-бер ярҙам каналы түгел. Әле генә беҙҙең колоннаға Нефтекаманан һәм Саҡмағош районынан үҙ өлөшөн индерҙеләр – ул мобилизацияланғандар өсөн тәғәйенләнгән. Хәҙер беҙҙә гуманитар ярҙам булдырыу һәм килтереү урындары үҙәкләштерелгән, – тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев. Ул, элекке кеүек үк, йөктө Башҡортостан батальондарының урынлашҡан урындарына уҡ алып барып еткерәсәк.
 
Колоннаны ойошторғанда махсус хәрби операция зонаһында булған беҙҙең республика батальондарының яңы бәләкәй автомобиль техникаһы һораған теләктәре иҫәпкә алынды. Уларға илле мейес-буржуйка, генераторҙар, йөҙҙәрсә йоҡо тоҡтары, оргтехника һәм канцелярия, хатта Новосибирскиҙан «Дортрансстрой» заказ биргән мини-экскаватор ҙа киләсәк.
 
– Был ирекле батальондар адресына өсөнсө гуманитар конвой. Шайморатовсыларға һәм доставаловсыларға күп һанлы ярҙамды бер колоннаға йыйҙыҡ. «Берҙәм Рәсәй»ҙән Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ике ай инде республиканың барлыҡ муниципалитеттарында эшләй, хәҙер шәхси адреслы ярҙам мәсьәләләре тәүге планға сыға. Ә беҙ ярҙамдың уларҙың ҡулына эләгеренә тулыһынса ышанабыҙ,  тип һөйләне «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Руслан Насретдинов.
 
Колоннаның йыйылыуын, әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек, электроника һәм көнкүреш техникаһы тейәүҙе шайморатовсыларҙың һәм доставаловсыларҙың ҡатындары күҙәтте, сөнки яугирҙәребеҙгә хәрби хәрәкәттәр барған урындарға йөҙҙәрсә шәхси посылка оҙатыу был гумконвойҙың үҙенсәлеге буласаҡ.
 
– Ямғырҙар унда йыш яуа, шуға күрә улар бөтәһенән дә бигерәк юлһыҙ ерҙән йөрөүсе машина һәм йылы кейем һораны. Ашау буйынса проблемалары юҡ, үҙҙәрен ышаныслы һәм лайыҡлы тоялар, беҙ даими бәйләнештәбеҙ, атаһына ҡыҙыбыҙҙың һүрәттәрен ебәрәм, тине Айгөл.
 
"Был техника яугирҙәребеҙҙе көсәйтәсәк һәм уларға махсус хәрби операция бурысын үтәргә ярҙам итәсәк. Тәүҙән үк хеҙмәт итеү өсөн ирекмәндәрҙе кәрәкле бөтә нәмәләр – техника, амуниция, медикаменттар һәм көнкүреш әйберҙәре менән тәьмин итергә һөйләштек. Яҡташтарыбыҙға предприятиеларыбыҙ, республикабыҙҙа йәшәүсе битараф булмаған кешеләр әүҙем ярҙам итә. Иртәгә был машиналар гуманитар конвой менән бергә махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ. Йөк составында – ҡышҡы кейем-һалым, балаларға кәрәкле әйберҙәр, өйҙән посылкалар һәм хаттар",  тип яҙҙы республика башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.
 
 
Автор:Газета "Республика Башкортостан"
Читайте нас: