Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
3 Ноябрь 2022, 16:55

Башҡорт батальондарына өр-яңы «УАЗ» автомобилдәре

Ошо көндәрҙә Өфө районының «Башсельхозтехника» базаһына 4 яңы «УАЗ» автомобиле килтерелде. Республиканың аҙыҡ-түлек сәнәғәтен эшкәртеү предприятиеларының береһе был автотранспорт сараларын Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальон яугирҙәренә тапшырҙы.

Башҡорт батальондарына өр-яңы «УАЗ» автомобилдәре
Башҡорт батальондарына өр-яңы «УАЗ» автомобилдәре

«Хеҙмәт коллективы башланғысы буйынса «шайморатовсыларға» һәм «доставаловсыларға» ярҙам күрһәтеү буйынса Директорҙар советы ошо автомобилдәрҙе һатып алыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Был «тимер аттар» уларға иң ауыр хәлдәрҙә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Улар үҙҙәрен өйҙә көтөүҙәрен иҫтә тотһон. Егеттәр, барыһы ла яҡшы булһын!», – тип комментарий бирҙе предприятие етәксеһе.

«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, шулай уҡ башҡорт батальондары өсөн башҡорт балы, ике квадрокоптер, предприятие продукцияһы, Мәләүез ҡалаһының 3-сө гимназияһы уҡыусыларының хаттары ла ебәрелде.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: