Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
6 Октябрь 2022, 18:30

Шайморатовсылар мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә

Штаб ирекмәндәре махсус хәрби операция сиктәрендә хеҙмәткә саҡырылған ирҙең ҡатынына утын әҙерләште. 

Шайморатовсылар мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә
Шайморатовсылар мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә

Өфө ҡалаһының «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһенең М.М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына Киров районы Искин ауылында бәлиғ булмаған ҡыҙы менән йәшәүсе ҡатын көнкүреш мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итте. Ул ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләүҙә ярҙам һораны.

Штаб ирекмәндәре ауылға барып, тейешле ярҙам күрһәтте. Улар утын ярып, өйөп бирҙе. Йорт хужабикәһе Елена уларға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ханым иренең махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн йәлеп ителеүен һөйләне.

«Тормош иптәшем менән ваҡыты-ваҡыты менән һөйләшеп торабыҙ. Әлеге ваҡытта ул хәрби әҙерлек үтә, туҡланыу һәм кейем-һалым менән ҡәнәғәт. Повестка килгәс, һис шикһеҙ, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә әҙер булыуын белдерҙе. Өйҙән бөтөнләй тыныс сығып китте. Беҙ – хәрби хеҙмәткәрҙең ғаиләһе, өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, атайыбыҙҙың беренсе сафта илебеҙҙе һаҡларға китәсәген аңлағайныҡ. Мин ирем менән ғорурланам! Ул – ысын ир, уны беҙ бөтәбеҙ ҙә көтәбеҙ. Барыбыҙҙы ла яҡлар һәм еңеү менән ҡайтыр, тип ышанам», – тине ҡатын.

«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе мәғлүмәтенә ярашлы, республикала 64 Ирекмәндәр штабы эшләй: береһе – «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе базаһында һәм 63-ө – партияның урындағы бүлексәләре майҙансыҡтарында. Ирекмәндәр штабына 8 800 201 89 03 телефоны буйынса көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото: bashkortostan.er.ru 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: