Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
27 Февраль 2022, 20:41

Арҡауылдар Донецк һәм Луганск халҡына гуманитар ярҙам күрһәтте

Хәйриә акцияһында Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбенең уҡытыусылар коллективы, хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре әүҙем ҡатнашты.

Арҡауылдар Донецк һәм Луганск халҡына гуманитар ярҙам күрһәтте
Арҡауылдар Донецк һәм Луганск халҡына гуманитар ярҙам күрһәтте

– Беҙ Донецк һәм Луганск республикалары халҡына аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары һ.б. әйберҙәр йыйҙыҡ. Уларҙы уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр һатып алып килтерҙе. Айырым йәшниктәргә тултырып, гуманитар ярҙамды Малаяҙға “Ғаилә” үҙәгендәге ҡабул итеү пунктына илтеп тапшырҙыҡ. Мәрхәмәтлелек ярҙамдары өсөн барыһына ла ихлас рәхмәтемде еткерәм. Ситтәге ҡәрҙәштәребеҙҙең яҙмышына битараф түгелбеҙ, ундағы бөгөнгө ваҡиғалар беҙҙе лә борсой, – тине Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбе директоры Ида Рият ҡыҙы ИҘРИСОВА

“Һуңғы ваҡиғалар менән бәйле Донецк һәм Луганск республикаларында йәшәүселәрҙең ауыр осор кисереүҙәрен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Күп ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм өлкән йәштәгеләргә хәүеф янаған мәлдә беҙ һеҙҙең менән ситтә ҡала алмайбыҙ. Салауаттар, әйҙәгеҙ бергәләп Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәргә ярҙам итәйек! – тип социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итте Салауат районы башлығы Марс КАШАПОВ.

Гуманитар ярҙам сифатында түбәндәге әйберҙәр ҡабул ителә:

- түшәк кәрәк-яраҡтары (юрғандар, мендәрҙәр, простынялар),

- ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәрҙең миҙгелгә яраҡлы кейеме (эске кейем, ойоҡбаш, аяҡ кейеме),

- миҙгелгә яраҡлы балалар кейеме һәм аяҡ кейеме (кескәй балалар, урта һәм өлкән йәштәгеләр өсөн),

- сәй, кофе,

- шәхси һаҡланыу саралары,

- балалар аҙығы (ҡоро),

- киптерелгән паёк − печенье, - кәнфиттәр,

- шәкәр,

- ҡуйыртылған һөт,

- ярмалар,

- макарон изделиелары,

- консервалар,

- тоҙланған аҙыҡ-түлек,

- теш пастаһы/теш щеткалары,

- шампунь,

- һабын/душ өсөн гелдәр,

- таҫтамал,

- балалар подгузниктары,

- бер тапҡыр һәм күп тапҡыр ҡулланыла торған йүргәктәр,

- уйынсыҡтар, китаптар, канцелярия тауарҙары.

- бәҙрәф ҡағыҙы,

- ҡатын-ҡыҙҙар гигиенаһы саралары,

- дымлы салфеткалар,

- бер тапҡыр ҡуллана торған һауыт-һаба (стакандар, тәрилкәләр, ҡалаҡтар),

- кулерҙар,

- һауыттарға тултырылған һыу,

- электр шнурын оҙонайтҡыстар – электр сәйнүктәре.

Шуныһына иғтибар итергә кәрәк: гуманитар ярҙам өсөн бөтә әйберҙәр ҙә яңы булырға тейеш (тотош төргәктә, этикеткаһы менән), аҙыҡ-түлек оҙайлы һаҡлауға яраҡлы һәм яраҡлылыҡ срогы менән булыуы мөһим.

Гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса ҡабул ителә. Эш ваҡыты: дүшәмбе – йома: иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем. Шәмбе – йәкшәмбе: сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем.

Салауат районында гуманитар ярҙам ҡабул итеү пункты "Ғаилә" үҙәгендә, Малаяҙ ауылы Совет урамы, 63/1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Телефон номеры: 7(34777) 2-06-12.

Фото: Арҡауыл урта мәктәбе.

Арҡауылдар Донецк һәм Луганск халҡына гуманитар ярҙам күрһәтте
Арҡауылдар Донецк һәм Луганск халҡына гуманитар ярҙам күрһәтте
Арҡауылдар Донецк һәм Луганск халҡына гуманитар ярҙам күрһәтте
Арҡауылдар Донецк һәм Луганск халҡына гуманитар ярҙам күрһәтте
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: