Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
6 Ғинуар 2021, 14:24

90 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән...

Яңы йыл алдынан Мостафиндар ғаиләһе көтөлмәгән шатлыҡ кисерҙе. Билдәһеҙ бағыусы арҡа-мускул атрофияһына дусар Әмирә Мостафина өсөн дарыу алыуға 90 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

Яңы йыл алдынан Мостафиндар ғаиләһе көтөлмәгән шатлыҡ кисерҙе. Билдәһеҙ бағыусы арҡа-мускул атрофияһына дусар Әмирә Мостафина өсөн дарыу алыуға 90 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.
Йәшәү менән үлем араһында булған баланы дауалау өсөн препарат алыуға аҡса йыйыу тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ул биш ай дауам итте. Дарыу бик ҡиммәт, 160 миллион һум тора. Хәҙер Мостафиндарҙың Германияға сабыйға тикшертергә барыу өсөн мөмкинлеге бар. Ғаилә мәрхәмәтлек күрһәткән кешенең исемен әйтмәй.
Арҡа-мускул атрофияһы – генетик сир, организмда аҡһым етештерелмәү сәбәпле мускулдар ҡороуға, һулыуға дусар. Ауырыу аҡрынлап йөрөүҙән яҙа, кәүҙәһен тота, ултыра һәм үҙаллы йота, тын ала алмай башлай. Рәсәйҙә йыл һайын ошо хәүефле сиргә дусар 200-гә яҡын бала донъяға килә.
Фото: vk.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: