Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
21 Декабрь 2020, 18:09

Нефть үткәреүселәр мәғариф учреждениеларына ярҙам күрһәтә

Уҡыу һәм йәшәү өсөн уңайлылыҡ – һәр мәктәп-интернат өсөн мөһим мәсьәлә. Был мәсьәләне хәл итеүгә Йылайыр мөмкинлектәре сикләнгән балалар мәктәп-интернатында яуаплы ҡарайҙар.

Уҡыу һәм йәшәү өсөн уңайлылыҡ – һәр мәктәп-интернат өсөн мөһим мәсьәлә. Был мәсьәләне хәл итеүгә Йылайыр мөмкинлектәре сикләнгән балалар мәктәп-интернатында яуаплы ҡарайҙар.
Күптән түгел бында бинаның күпселек өлөшөнә – уҡыу кластарына, йоҡо бүлмәләренә, спорт залына, коридорҙарға ремонт тамамланды.
Энергия һаҡлаусы диодлы яңы яҡтыртҡыстар һәм парлы йылытыу радиаторҙары ҡуйылғас, линолеум йәйелгәс, вентиляция системаһына ремонт эшләнгәс, интернатта уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә булып ҡалды. Ошо ремонт “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте ярҙамы менән эшләнде.
Нефть үткәреүселәр шулай уҡ Бишбүләк районы Сухоречка ауылы мәктәбенә лә ярҙам күрһәтте: хәҙер мәктәп уҡыусыларын һәм уҡытыусыларҙы тулыһынса яңыртылған ишек алды ҡаршы ала. Әйткәндәй, предприятие Сухоречка мәктәбенә тәүләп кенә ярҙам итмәй. Алдан да мәктәп белем биреү үҫешенең корпоратив программаһы сиктәрендә “Транснефть” акционер йәмғиәте тарафынан заманса уҡыу йыһаздары (лаборатор һәм күрһәтеү), математика, физика, химия кабинеттары мебель менән тәьмин ителгәйне һәм ремонтланғайны. Былар барыһы ла дәрес үткәреү формаларын төрләндереүҙә, уҡытыусылар һәм уҡыусыларға яңы белем биреү технологияларын үҙләштереүҙә мөмкинлектәр асты.

Белем биреү учреждениеларына, спорт, йәмәғәт һәм дини ойошмаларға мәрхәмәтлек ярҙам күрһәтеүе – “Транснефть – Урал” акционер йәмғиәтенең социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.
Читайте нас: