Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
28 Май 2020, 01:08

Хакимиәт башлығы ирекмән булды

Бөгөн Салауат районы башлығы Марс Кашапов өлкән йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар илтеп тапшырҙы.

Бөгөн Салауат районы башлығы Марс Кашапов өлкән йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар илтеп тапшырҙы.
Район Хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул ирекмәндәр штабына килгән өс ғариза буйынса йөрөп сыҡты. Малаяҙ ауылында йәшәүсе Әнисә Хәсәнова, Лениза Ғималова һәм Менәүрә Хисмәтуллина хакимиәт башлығы менән осрашҡанда үҙ көнитмештәре, проблемалары хаҡында һөйләне. Улар райондың ирекмәндәр штабына рәхмәтен белдерҙе.
Коронавирус сире таралыу менән бәйле хәл килеп тыуыу сәбәпле, Салауат районында өлкән йәштәгеләргә, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ирекмәндәр ярҙам күрһәтә.
Фото: Салауат районы Хакимиәтенән.
Читайте нас: