Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
25 Декабрь 2019, 02:15

ЛУГАНСК БАЛАЛАРЫНА – ЯҢЫ ЙЫЛ БҮЛӘКТӘРЕ

Башҡортостандан Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар ылау юлланды. Салауат районынан да Миәшәгәрҙән афған ветераны Ралиф Хөснөтдинов үҙенең "Газеле"ндә юлға сыҡты.Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ Луганскиҙың Петровск ҡалаһының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбенә бүләк итеп автобус һәм "КамАЗ" махсус автомобиле бүлде. Автобус руленә Малаяҙ ауылынан яугир-интернационалист Илшат Ғәлимов ултырҙы.

22 декабрҙә Башҡортостандан Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар ылау юлланды. Салауат районынан да Миәшәгәрҙән афған ветераны Ралиф Хөснөтдинов үҙенең "Газеле"ндә юлға сыҡты.
Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ Луганскиҙың Петровск ҡалаһының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбенә бүләк итеп автобус һәм "КамАЗ" махсус автомобиле бүлде. Автобус руленә Малаяҙ ауылынан яугир-интернационалист Илшат Ғәлимов ултырҙы.
– Луганск балаларына Яңы йыл бүләктәре йыйыу буйынса хәйриә акцияһында беҙҙең райондың мәктәптәре, ойошмалары, эшҡыуарҙары ла әүҙем ҡатнашты. Гуманитар ылау делегацияһы Башҡортостан хәрби хәрәкәттәре ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов етәкселегендә юлға сыҡты. Автоколонна кисә таможняға барып еткән, – тип беҙгә хәбәр итте Салауат районының хәрби хәрәкәттәре ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин.
Башҡортостан Республикаһы делегацияһы бөгөн, 25 декабрҙә, Петровск ҡалаһына килеп етәсәк. "Донбасс балаларына – Яңы йыл бүләктәре" акцияһын республика Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән "Башҡортостан хәрби хәрәкәттәре ветерандары берлеге" төбәк йәмәғәт ойошмаһы иғлан иткәйне. Был сараға беҙҙең райондың яугир-интернационалистары ла ҡушылды.

Юлдаш ЮЛАМАНОВ.

Читайте нас: