Акция инвалид, етем, ата-әсәһенән мәхрүм ҡалған, шулай уҡ күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған, ауыр хәлдә ҡалған балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү маҡсатында ойошторола. Акция шарттарына ярашлы, гуманитар ярҙам канцеляр тауарҙары, яҙыу кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр һ.б. граждандарҙан һәм предприятиеларҙан яңы килеш ҡабул ителә. Яҡшы тороштағы йәки яңы килеш портфелдәр, мәктәп формалары, дәреслектәр, әҙәби китаптар килтерергә мөмкин. Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Ярҙам Салауат районында Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә ҡабул ителә. Адресы: Малаяҙ ауылы, Совет урамы, 63/1, телефоны: 2-06-12.