Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
11 Март 2019, 17:57

Кескәй һылыуҡайҙар өсөн - изге бал

Салауат районы балалары изге балда ҡатнашып, республика етәксеһе Радий Фәрит улы һәм уның хәләл ефете Каринэ Хәбирова менән фотоға төштөләр

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында физик мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙҙар һәм уларҙың әсәләре өсөн тәүге тапҡыр бал уҙғарылды. Байрамға республиканың төрлө төбәктәренән 300-гә яҡын бала саҡырылды. Сарала Салауат районынан Анастасия Андреева, Милена Вәхитова, Ангелина Сәйетғалина, Анжелина Ситдиҡова, Анастасия Поперекова һәм уларҙың әсәләренә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Әлбиттә, балдарҙы бейеүҙәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Балалар Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжы студенттары менән вальс әйләнде, әкиәт геройҙары менән бергә төрлө уйындарҙа ҡатнашты, Асҡар Абдразаҡовтың сығышын ҡараны.

Башҡорт хореография колледжы артистары уйнаған "Морозко" спектакле лә балаларҙың күңеленә хуш килде. Ҡунаҡтарҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров та тәбрикләп, әсәләргә түҙемлек теләне. Сараның һуңында балаларға бүләктәр тапшырылды. Тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.
В Башкирском государственном театре оперы и балета прошло благотворительное мероприятие "Бал маленьких принцесс" для детей инвалидов, организованный первой леди Республики Башкортостан Каринэ Хабировой. С нашего района приняли участие Анастасия Андреева, Милена Вахитова, Ангелина Саитгалина, Анжелина Ситдикова, Анастасия Поперекова. Для участников была организована бесплатная фотосессия и аквагрим. Сам бал состоял из двух частей: в первой части девочки потанцевали вальс, участвовали во флешмобе, во второй – посмотрели балет по мотивам сказки Морозко. В конце мероприятия все принцессы получили памятные подарки. Девочки и их родители остались довольными данной поездкой.


Читайте нас: