Берәүҙәр юҡлыҡҡа зарланып йәшәгәндә, икенселәр изге башланғысты үҙ ҡулына алып эшкә тотона.
Шундай тәүәккәлдәрҙең береһе – Аэлита һәм уның тормош иптәше Эдуард Мөсәлләмовтар. Күптән түгел йәш ғаилә “Балаларға шатлыҡ бүләк итәйек!” акцияһын ойоштороп, Малаяҙ ауылындағы супермаркет һәм магазиндарға махсус контейнерҙар һәм кәрзиндәр урынлаштырып сыҡты. Шәфҡәтлелек акцияһында ҡатнашырға теләүселәр кәрзиндәге оҡшаған тауарҙы 100 һумға, йәки күберәк хаҡҡа һатып алып, контейнерға аҡса төшөрә ала. Шулай уҡ тауарҙы һатып алыу мотлаҡ түгел, ярҙам итергә теләһәң, былай ғына ла теләгән күләмдә аҡса төшөрә алаһың.
Йыйылған аҡса Малаяҙ ауылында Совет урамына балалар майҙансығын төҙөүгә тотоноласаҡ. Был кәрзиндәрҙе “Строймаркет”, “Интерьер”, “Китап” (КБО-ның 2-се ҡаты), “Универсаль” һәм “Сәскә” магазиндарында осратырға була.
– Урамыбыҙҙа балалар майҙансығын булдырырға күптән теләй инек. Ирем менән кәңәшләшеп, акция ойошторорға булдыҡ. Күршеләр, Салауат ауыл биләмәһе башлығы Раушания Уральская менән һөйләшкәйнек, улар беҙҙең ниәтебеҙҙе хупланы. Һәр урамда балалар майҙансығы булһын ине, – ти Аэлита Мөсәлләмова (һүрәттә).