Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
27 Ноябрь 2018, 14:12

Хәрби машина Тирмәнгә килде!

Хәрби машина Тирмәнгә килде!– Ауылыбыҙға хәрби техника алып ҡайтыу хыялы күптән бар ине, – тине Айҙар Әлибаев. – Беҙҙең идеяны район башлығы Марс Фәррәх улы хуплап ҡаршы алды. Был БТР-ҙы Алкино-2 хәрби часынан килтерҙек, уға демилитаризация үткәрелгән. Ысын хәрби машина бөгөнгө йәш быуында ватансылыҡ рухы тәрбиәләү өсөн мөһим. Ул афған һуғышы яугирҙары һәм, ғөмүмән, ауыл һалдаттарына һәйкәл булып торасаҡ.

Тирмән ауылына БТР килтереп ултыртылды. Был хәрби машинаны бер туған ағалы-энеле Әнүәр һәм Айҙар Әлибаевтар тыуған ауылына алып ҡайтты. Бронетранспортер ауыл хакимиәте янындағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәйкәле эргәһендә урын алды.

Әнүәр һәм Айҙар Әсүәт улдары Әлибаевтар – икеһе лә хәрби хеҙмәт полковнигы. Улар, үҙҙәре ситтә булһа ла, тыуған ауылын онотмай. Тирмәндә мәсет төҙөүгә ҙур өлөш индерҙеләр, йыл һайын ауылдашы Булат Шәрәфетдинов менән берлектә аталары иҫтәлегенә саңғы ярыштары уҙғаралар.

– Ауылыбыҙға хәрби техника алып ҡайтыу хыялы күптән бар ине, – тине Айҙар Әлибаев. – Беҙҙең идеяны район башлығы Марс Фәррәх улы хуплап ҡаршы алды. Был БТР-ҙы Алкино-2 хәрби часынан килтерҙек, уға демилитаризация үткәрелгән. Ысын хәрби машина бөгөнгө йәш быуында ватансылыҡ рухы тәрбиәләү өсөн мөһим. Ул афған һуғышы яугирҙары һәм, ғөмүмән, ауыл һалдаттарына һәйкәл булып торасаҡ.

Бронетранспортерҙы Өфө яғынан 12-се айырым гвардия инженер бригадаһының махсус хәрби транспорты менән алып ҡайттылар. Таштарҙан өйөп эшләнгән постаментҡа шулай уҡ үҙҙәре менән килтергән автокран ярҙамында уны мендереп ултыртып ҡуйҙылар. Постаментты “Башкиравтодор”ҙың Мөрсәлимдәге ваҡ таш заводы (етәкселеге – Фазит Ишмөхәмәтов, Азамат Әлибаев), “Транснефть” ойошмаһы (Алмаз Ғибаҙуллин) эшләгән.

Был иҫтәлекле сараға район башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Мәсәғүттән Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондарының хәрби комиссары Рәфис Фәтихов та килгәйне. Ауыл халҡы, балалар ҙа ҡарарға сыҡҡайны. БТР буятылып, яңы төҫкә керетелгән. Хәҙер ул ауылдың бер йәме, илһөйәрлек өлгөһө булып ултырасаҡ.
Белешмә

БТР-70 – һигеҙ тәгәрмәсле Совет бронетранспортеры.

1972 йылдың 21 авгусында ҡоралланыуға алына.

Ауырлығы – 11,5 тонна. Экипаж 2 кешенән тора, 8 кеше – десант.

Ҡоралы: 14,5 мм калибрлы КПВТ пулеметы, 7,62 мм калибрлы ПКТ пулеметы бар. Ҡоро ерҙә максималь тиҙлеге – сәғәтенә 80 км, һыуҙа йөҙгәндә – сәғәтенә 10 км. Дизель двигатель, 240 ат көсө.

Афғанстан һуғышында һыналған.
Читайте нас: