Рәсәй Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына Благовещен округы буйынса депутат итеп һайланған Илдар Зиннур улы өсөн Ахун тыуған ауылы кеүек яҡын. Уның әсәһе Рәйсә Мөхөтдин ҡыҙы – ошо ауылдан. Депутат Ахунда асылған яңы мәсеткә йылытҡыс материалдар менән ярҙам итергә ышандырған булған.
– Ул биргән вәғәҙәһендә торҙо, һайлауҙар алдынан, ауылға йөк машинаһы менән ҡайтып, кәрәкле материалдарҙы тапшырҙы. Йылытҡыстар (минвата) Аллаһ йортон эшләүгә тотоноласаҡ. Бынан һуң мәсеткә килеүсе халыҡ өсөн тағы ла уңайлыраҡ шарттар булыр, – ти Мәсетле ауыл биләмәһе башлығы Адик Асҡаров.
Депутат килгәнендә, ауыл хакимиәте башлығы Ахун халҡы исеменән ауылға газ үткәреү буйынса үтенесен дә белдергән. Адик Әбғәлим улы әйтеүенсә, “зәңгәр” яғыулыҡ үткәреүгә проект күптән әҙер, аҡса бүленеүе мөһим. Илдар Бикбаев был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам итергә өмөтләндерҙе.
Мәскәүҙән килгән Дәүләт Думаһы депутаты Президент һайлағанда ла ауылда булған. Ул Ахундағы һайлау участкаһына иртәнге һигеҙҙән, иң тәүгеләрҙән килеп, тауыш бирҙе. Артабан Илдар Бикбаев Балаҡатай районына граждандарҙы ҡабул итергә юлланды.