Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
27 Октябрь 2017, 12:47

Балалар ҡараулы, ата-әсәләргә лә уңайлы

“Өмөт” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге сентябрҙән “социаль бала ҡараусы” хеҙмәтен тәҡдим итә. Социаль хеҙмәткәр ата-әсәләргә 3 йәшкә тиклемге сабыйҙарын, шулай уҡ инвалид балаларҙы ваҡытлыса ҡараша.

Ҡыҫҡа мәлгә генә балаларын ҡалдырып, ата-әсә үҙенең мөһим эше менән йөрөп килә ала. Мәҫәлән, буш ваҡытын поликлиникаға, социаль учреждениеға барып ҡайтыуға файҙаланыуы мөмкин. Был хеҙмәт күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә түләүһеҙ күрһәтелә.
Малаяҙ ауылында тәжрибәле педагог Гөлниса Ҡәйепова социаль хеҙмәткәр эшен үтәй. Ул элек Нәсибаш социаль приютында эшләгән, аҙаҡ Лағыр коррекцион мәктәбендә хеҙмәтен дауам иткән. Гөлниса Ибраһим ҡыҙы район үҙәгендәге биш ғаиләнең балаларын ҡарап торорға алды. Уларҙың береһе – биш балалы ишле ғаилә. Социаль хеҙмәткәр уларҙың йортона аҙнаһына ике тапҡыр килеп, көнөнә өс сәғәткә тиклем бала ҡарай. Кескәйҙәр менән уйнай, әңгәмәләшә, кейендерә, тышҡа йөрөргә лә сығара. Балалар ҡараулы, тәрбиәле лә, ата-әсәнең күңеле лә тыныс буласаҡ.
“Социаль бала ҡараусы” хеҙмәте менән ҡыҙыҡһыныусылар “Өмөт” үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала.
Регина КИРХАНОВА,
“Өмөт” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры.
Читайте нас: