

Республика Башлығы Фольклориадала ҡатнашыусыларға һәм уны ойоштороусыларға, балаларында халыҡ мәҙәниәтенә ысын һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға рәхмәтен белдерҙе.
– Һеҙ беҙгә матур байрам бүләк иттегеҙ һәм тағы ла бер тапҡыр сағыу, күп яҡлы йолаларыбыҙҙы, илебеҙ ниндәй матур икәнен күрһәттегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Өфөлә Фольклориаданы уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул иткәне өсөн Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путинға ихлас рәхмәтемде белдерәм. Беҙҙең өсөн был оло хөрмәт. Әлбиттә, Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортона фестивалде әҙерләүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Бергәләп беҙ бөтә Рәсәйҙән балалар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтһен, яңы дуҫтар тапһын һәм Башҡортостан тураһында йылы хәтирәләрҙе һаҡлап ҡалһын өсөн яҡшы шарттар булдырҙыҡ.
Төбәк етәксеһе Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы Айрат Әхмәтшинға «Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденын, шулай уҡ Фольклориаданы ойоштороуға ҙур өлөш индергәне өсөн республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы, тип хәбәр итә БР Башлығы матбуғат хеҙмәте.
Фестивалдә ҡатнашыусыларға Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова мөрәжәғәт итте.
– Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлағанығыҙ өсөн рәхмәт. Уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә үҫеп килгән быуынды бөйөк Рәсәйҙең ысын патриоттары итеп тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт, – тине Тамара Пуртова. – Өфөгә визитыбыҙҙан бик сағыу тәьҫораттар алдыҡ һәм Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа бергәләп рәхмәт әйтәбеҙ.
Тантана һуңында республика Башлығы һәм Поленов исемендәге Халыҡ ижады йорто директоры йәш таланттарға фестивалдә ҡатнашыусыларҙың дипломдарын тапшырҙы.
Фото: БР Башлығы матбуғат хеҙмәте.