

Рәсәй Именлек Советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев Башҡортостан вәкилдәренең стендын ҡараны. “Китап” нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова Дмитрий Анатольевичҡа милли әҙәбиәтебеҙҙең үҙенсәлеге хаҡында һөйләне һәм уға иҫтәлеккә “Көс берҙәмлектә. Күп милләтле Рәсәй. Классиктарҙың әҫәрҙәре” (“Сила в единстве. Многонациональная Россия. Произведения классиков”) китабын бүләк итте.
“Тап ошо баҫма Өфөлә үткән “Китап байрамы” йәрминкәһендә “Урал батыр ерендә йыл китабы” халыҡ-ара конкурсында Башҡортостан Башлығының махсус призына лайыҡ булды. Йыйынтыҡ илдең ун республикаһы: Башҡортостан, Дағстан, Ҡабарҙы-Балҡар, Мари Иле, Мордовия, Саха (Яҡут), Татарстан, Удмуртия, Хакасия һәм Сыуашстан яҙыусыларының әҫәрҙәрен берләштерҙе. Китап Радий Фәрит улының халыҡтар берҙәмлегенең, үҙ-ара ихтирамдың һәм Рәсәйҙең мәҙәни мираҫын һаҡлауҙың әһәмиәте тураһында инеш һүҙҙәре менән башлана.
Дмитрий Анатольевичта иҫтәлеккә беҙҙең “Китап”, Башҡортостан тураһында тап ошо үҙенсәлекле баҫма иҫтәлеккә ҡалыуына шатмын”, – тип уртаҡлашты социаль селтәрҙәрҙә был яңылыҡ менән Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.
Фото: БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы.