

Нәшриәткә нигеҙ һалыусы һәм баш мөхәррир Алла Иванникова әйтеүенсә, был – МХО-ла һәләк булған Рәсәй геройҙары тураһында иҫтәлектәр йыйынтығы. Китаптың беренсе бүлеге 2025 йылда 500 дана тираж менән донъя күрҙе. Баҫма бар ил буйлап – бөтә ҙур китапханаларҙа ла күрһәтелгән, шулай уҡ төрлө ҡалаларҙа презентациялар үтә.
«Беҙҙә Санкт-Петербургта, бөгөн Өфөлә презентация булды. Артабан Силәбегә юлланабыҙ, шулай уҡ осрашыуҙы Мәскәүҙә үткәрергә планлаштырабыҙ. Китапта Рәсәй геройҙарының биографияһы тупланған – күбеһенсә улар – 30 йәшкә тиклемге егеттәр. Быйыл икенсе өлөшөн сығарыу планлаштырыла, сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы (йәки бәхеткә? – мин белмәйем), бөтә Геройҙар ҙа китапҡа инмәгән. Материалдар әҙерләү өсөн беҙ РФ Оборона министрлығына мөрәжәғәт итәбеҙ. Мәғлүмәттәр төбәктәр буйынса йыйыла, беҙгә тапшырыла, ә беҙ уларҙы эшкәртә башланыҡ та инде. Бынан тыш, киләһе йылда алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр тураһында «Хәтерҙең йәнле биттәре» китабын сығарырға ниәтләйбеҙ», – тине Алла Иванникова.
Фото: Айназ Мостафин.