

«Ғәҙәттәгесә «Китап байрамы» китап йәрминкәһендә Республика халыҡ ижады үҙәге халыҡ ижадын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға арналған бай программа тәҡдим итә. Быйыл ул «Сәсәндәр мөйөшө» тип атала. Бында беҙ эпик мираҫҡа эйә булған халыҡтарҙы берләштерәбеҙ. Тәү сиратта, әлбиттә, башҡорт сәсәндәре. Беҙ бында райондарҙа эшләгән сәсәндәр мәктәптәренең презентацияһын күрһәтәбеҙ. Улар – Хәйбулла, Дәүләкән, Ғафури, Салауат, Әлшәй, Иглин райондары, Сибай, Өфө ҡалаһы (М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты)», – тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева.
Программа сиктәрендә башҡорт сәсәнлеге буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы. Уны халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, 2022 йылда Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә Гран-приға лайыҡ булған, Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле артисы Мирас Үҙәнбаев үткәрҙе.
Сараны Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбенең презентацияһы дауам итте. Мәҙәни программа Дәүләкән районы сәсәндәр мәктәбенең башҡорт эпостарын башҡарыусылар сығышы менән тамамланды. Уны Гөлүзә Әхмәҙиева һәм Минзәлә Хәлилова тәҡдим итте.
Бай йөкмәткеле программа «Алтын ашыҡ» («Биш ашыҡ») уйындары буйынса III чемпионаты менән дауам итте. Проект йәштәр араһында эстетикаға һәм спортҡа иғтибарҙы йәлеп итеүгә, милли спорт төрҙәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Быйыл чемпионатта төрлө әҙерлек кимәле буйынса ике йәш категорияһында (7-нән 16 йәшкә тиклем һәм 17 йәштән өлкәнерәктәр) спортсылар ҡатнаша.
«Чемпионат өсөнсө йыл рәттән ойошторола һәм традицион башҡорт уйынын һаҡлау, үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Быйыл ҡатнашыуға 50-нән ашыу ғариза ҡабул ителгән, тәжрибәле уйынсылар ҙа ярыша», – тип һөйләне «Атайсал» мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе, «Алтын ашыҡ» уйыны буйынса республика чемпионатын ойоштороусы Зилә Лира.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда ла үҙ эшен дауам итәләр: башҡорт костюмдары менән фотозона, кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе, мини-түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе, Башҡорт халыҡ эпостары буйынса Республика халыҡ ижады үҙәге китаптарының күргәҙмәһе.
Балалар өсөн милли уйындар, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының фольклоры мотивтары буйынса фильмдар һәм йәнһүрәттәр, башҡорт эпостары, әкиәттәре һәм легендалары буйынса видеофильмдар күрһәтеү ойошторолған. Киске программала йәштәр өсөн халыҡ бейеүҙәре - башҡорт ритайымы һәм рус кисәһе планлаштырылған.
Фото: Рәмил Нафиҡов.