Мәҙәниәт
14 Апреля , 05:12

Башҡорт яҙыусыһы тураһында фильм – кинофестиваль еңеүсеһе

Film Festival History Moscow 2026 халыҡ ара кинофестивале эксперттары башҡорт халҡының ысын булмышын сағылдырған «Ырғыҙ» романы авторы Һәҙиә Дәүләтшинаның тормошон – «Романистка» тулы метражлы фильмын юғары баһаланы.

Башҡорт яҙыусыһы тураһында фильм – кинофестиваль еңеүсеһеБашҡорт яҙыусыһы тураһында фильм – кинофестиваль еңеүсеһе
Башҡорт яҙыусыһы тураһында фильм – кинофестиваль еңеүсеһе
Фото:«Яңы башҡорт киноһы» төркөмө | ВКонтакте / Анна Мырҙабулатова

«Башҡортостан» киностудияһы сценарисы һәм мөхәррире Анна Мырҙабулатова «Иң яҡшы тарихи сценарий» номинацияһында еңеү яуланы.

Был проекттың беренсе дипломы түгел. 2023 йылда картина «Юл формулаһы» кино һәм сериалдар лабораторияһының питчинг финалисы булды. 2024 йылда фильм «Питер КИТ» халыҡ-ара кинофестивале конкурсында ҡатнашты, былтыр Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Дөйөм Рәсәй сценарийҙар конкурсы лауреаты исемен алды.

«Был наградаларҙың һәр береһе — республикабыҙ тарихы, талантлы ҡатын-ҡыҙ һәм яҙыусының яҙмышы профессионалдарҙың иғтибарын яулауына дәлил», — тип билдәләнеләр «Яңы башҡорт киноһы» төркөмөндә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-04-12/film-o-bashkirskoy-pisatelnitse-stal-pobeditelem-kinofestivalya-4648927

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас