Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Апрель , 15:55

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Роберт Паль арабыҙҙан китте

Башҡортостандың халыҡ шағиры Роберт Паль оҙаҡ ауырығандан һуң 2 апрелдә арабыҙҙан китеп барҙы. Уға 88 йәш тулырға бер нисә көн генә ҡалғайны.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Роберт Паль арабыҙҙан китте
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Роберт Паль арабыҙҙан китте
Фото: Башҡортостандың Яҙыусылар союзы | архив

Роберт Паль шиғри йыйынтыҡтар, романдар һәм повестар авторы булараҡ киң билдәле. Уны башҡорт авторҙары әҫәрҙәрен рус теленә тәржемәсе тип беләләр.

Башҡортостан Яҙыусылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, бәхилләшеү сараһы 4 апрелдә көндөҙгө сәғәт 1-се яртыла уҙа (Цветочная, 2А). Шағирҙы Зубов ауылы зыяратына ерләйҙәр.

Роберт Васильевич Паль 1938 йылдың 15 апрелендә Ауырғазы районында тыуған. Стәрлетамаҡ һәм Белорет педагогия училищеларында белем алған. 1961 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Ҡырмыҫҡалы районында уҡыта башлай. Һуңынан яҙмыш уны Башҡортостан китап нәшриәтенә алып килә, мөхәррир, редакция мөдире һәм баш мөхәррир булып эшләй. Артабан Роберт Паль республиканың Яҙыусылар союзында әҙәби консультант була. 1998 йылдан «Бельские просторы» журналының бүлек мөдире һәм баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын биләй. 10 йылдан ашыу республика Яҙыусылар союзында рус телле яҙыусыларҙың ижади берекмәһен етәкләй. Хаҡлы ялда да йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға тырыша, йәш яҙыусылар менән эшләй.

Уның тәүге шиғырҙары педучилищела уҡыған осорҙа уҡ Стәрлетамаҡ һәм Белорет гәзиттәрендә баҫыла башлай. Роберт Паль оло әҙәбиәткә уҙған быуаттың 60-сы йылдарында килә. 1969 йылда Башҡортостандың Яҙыусылар союзына алына. Шиғриәт, проза һәм нәфис тәржемә жанрҙарында әүҙем эшләй. Уның «Тере мәктәр» исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә. Артабан уҡыусыларҙан юғары баһа алған «Бейек ялҡын», «Йондоҙ бейеклегенә тиклем», «Яңғыҙ кәкүк саҡырыуы» һәм башҡа шиғыр китаптары сыға. Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда нәшер ителгән 20-нән ашыу шиғри һәм проза китаптары авторы.

Роберт Паль башҡорт шиғриәтен һәм прозаһын рус теленә әүҙем тәржемә итеү менән әүҙем шөғөлләнде. Хәким Ғиләжев, Муса Ғәли, Ғилемдар Рамазанов, Яҡуп Ҡолмой, Рауил Бикбаев, Әнисә Таһированың шиғырҙары, Марат Кәримов, Әхнәф Байрамов һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының повестары уның тәржемәһендә баҫылып сыҡты. Роберт Паль әҫәрҙәре украин, ҡаҙаҡ, башҡорт, татар, сыуаш һәм башҡа телдәрҙә донъя күрҙе.

Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Степан Злобин һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты. 2023 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.

«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-04-03/v-ufe-ushel-iz-zhizni-narodnyy-poet-bashkirii-robert-pal-4637786

Автор: Ләйлә Аралбаева
Автор: "Башинформ"
Читайте нас