Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Февраль , 14:35

Радий Хәбиров шағир Ҡ. Аралбаевтың 85 йәшен билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙың халыҡ шағиры, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Ҡәҙим Аралбаевтың 85 йәшен билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Радий Хәбиров шағир Ҡ. Аралбаевтың 85 йәшен билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров шағир Ҡ. Аралбаевтың 85 йәшен билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Фото: Ҡәҙим Аралбай / шәхси архивтан

 Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Республика хөкүмәтенә сараларҙы үткәреү өсөн әҙерлек планын раҫлау бурысы йөкмәтелде. Сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса сығымдар бюджет ассигнованиелары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финанслана. Указдың үтәлешен Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев контролдә тота.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-02-11/v-bashkirii-podpisal-ukaz-o-prazdnovanii-85-letiya-poeta-kadima-aralbaeva-4574760

Автор: Сергей Николаев
Автор: "Башинформ"
Читайте нас