Конкурс комиссияһы 2023 һәм 2024 йылдарҙа баҫылған эштәрҙе баһаланы, тип хәбәр итә «Республика Башкортостан» гәзите БР Йәштәр сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.
Йәшерен тауыш биреү юлы менән комиссия юғары танылыу яулаған өс еңеүсене билдәләне:
Тайыпов Дамир Рәфис улы - «Вокаль сәнғәт өлкәһендә юғары профессиональ ҡаҙаныштар һәм башҡорт музыкаһын пропагандалау өсөн»;
Мусина Заһиҙә Хәкимйән ҡыҙы һәм Урманшина Рәзинә Ғилман ҡыҙы - «Кемел Тоҡаевтың «Серле эҙ» («Таинственный след») китабын художестволы тәржемә итеү һәм заманса милли проза үҫешенә өлөш индергән өсөн»;
Аралбаев Хәбир Фәттәх улы - «Өс туған» хореографик картинаһында солист булараҡ башҡорт халыҡ-сәхнә бейеүе өлкәһендә эшләгән һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫы булараҡ башҡорт хореография сәнғәтен танытҡан өсөн».
- Еңеүселәрҙе һайлау ҡатмарлы булды, номинанттар һис шикһеҙ талантлы һәм үҙенсәлекле, ә эштәр тәрән мәғәнәгә һәм ҙур тарихҡа эйә булды. Йәштәребеҙҙең эшкә тоғролоғо һәм әүҙем ижади ҡарашы республикабыҙҙың бай мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Алдағы көндәрҙә Республика Йортонда лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһын үткәрәсәкбеҙ, - тине Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.
Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнөнә ҡарата үткәреләсәк.
Фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы