Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Декабрь 2025, 13:46

Яҡташыбыҙға юғары исем бирелде!

Рәсәй Президенты Владимир Путин бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйған.

Яҡташыбыҙға юғары исем бирелде!
Яҡташыбыҙға юғары исем бирелде!
Яҡташыбыҙ, донъя сәнғәтендә танылыу яулаған опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов "Рәсәйҙең халыҡ артисы" исеменә лайыҡ булды. Рәсәй Президенты Владимир Путин бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Илдар Абдразаҡов әле Севастополь дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе.

Яҡташыбыҙҙы юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор: Карима Усманова
Автор: "Башҡортостан" гәзите
Читайте нас