Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Октябрь 2025, 20:45

Радий Хәбиров Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концертында булды

10 октябрҙә, Ҡурай көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика ҡурайсылар ансамбленең концертын ҡараны.

Радий Хәбиров Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концертында булды
Радий Хәбиров Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концертында булды

Ансамбль 2024 йылдың яҙында республика етәксеһе башланғысы менән ойошторолдо, ә бер йыл элек Республика көнө алдынан Радий Хәбиров 10 октябрҙе Башҡортостанда ҡурай көнө тип иғлан иткәйне, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Концерт программаһында - заманса эшкәртеүҙәге билдәле халыҡ көйҙәре, төрлө жанрҙағы халыҡ йырҙары, башҡорт бейеүҙәре. Уларҙы 30-ҙан ашыу музыкант - профилле юғары белемле белгестәр башҡара. Коллективтың етәксеһе - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов.

Ансамбль сығышынан һуң республика Башлығы башҡарыусылар менән аралашты. Радий Хәбиров ҡурайсыларға сағыу сығыштары өсөн рәхмәт әйтте һәм ансамблдең артабанғы эшмәкәрлеге планын әҙерләргә кәңәш итте. Республика коллективҡа уны тормошҡа ашырыуҙа тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер.

- Традицион сәнғәтебеҙҙе танытыу бик мөһим. Концерт программаһын ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһау өсөн киңәйтегеҙ. Ә беҙ коллективты иң яҡшы майҙансыҡтарҙа үҫтерергә ярҙам итәсәкбеҙ, - тине төбәк етәксеһе. - Һәм мотлаҡ рәүештә ҡалаларыбыҙға һәм ауылдарыбыҙға барырға, халыҡты ансамблдең ижады менән таныштырырға кәрәк. 

Артистар, үҙ сиратында, республика етәкселегенә Башҡортостан халыҡтарының коллективына һәм традицион сәнғәтенә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Журналистар менән аралашҡанда Радий Хәбиров Дәүләт ҡурайсылар ансамбле сығышынан тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- Миңә бик оҡшаны. Бындай номерҙар республикабыҙҙың визит карточкаларының береһенә әүерелеүе ихтимал, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. - Күреүебеҙсә, ҡурайсылар коллективын ойоштороу ҡарары дөрөҫ булды.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Радий Хәбиров Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концертында булды
Радий Хәбиров Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концертында булды
Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас