Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Сентябрь 2025, 15:25

"Атай, минең тик йырсы булғым килә", - тигәс...

Ул Өфөнөң иң ҙур залдарының береһендә – “Тинькофф-Холл”да сығыш яһай.

"Атай, минең тик йырсы булғым килә", - тигәс...
"Атай, минең тик йырсы булғым килә", - тигәс...
Республикала билдәле башҡорт ғаиләләренең береһе – “Тамыр” телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина менән Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың ҡыҙҙары Гәлсәр ата-әсәһенең юлын һайламай, ә сәнғәтте үҙ итә.

“Ҡыҙымдың минең кеүек юрист булыуын теләй инем. Мәктәпте тамамлағас, Гәлсәр: "Атай, минең тик йырсы булғым килә", – тигәс, ҡаршы булманым. Ул Мәскәүгә барып, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһының эстрада вокалы бүлегенә уҡырға инде. Академияны ҡыҙыл дипломға тамамланы.

Гәлсәр Мәскәүҙә, илдең башҡа ҡалаларында концерттар бирә, әммә уның иң яратҡан урыны – тыуған ҡалаһы ӨфөИртәгә, 19 сентябрҙә, ул Өфөнөң иң ҙур залдарының береһендә – “Тинькофф-Холл”да концерт ҡуясаҡ. Һәр ваҡыттағыса, ул тик тере тауыш менән сығыш яһай. Программала уның башҡорт һәм рус телдәрендә яңғыраған йырҙары ла бар. Гәлсәрҙең сығышын инструменталь ансамбль биҙәйәсәк”, – тип уртаҡлашты Зариф Закир улы.

Һәләтле ҡыҙға уңыштар теләйбеҙ!

Фото сығанғы: vk.com/bayguskarov_z_z.

Автор:Рәмилә Мусина
Автор: "Башҡортостан" гәзите
Читайте нас