Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2025, 14:30

Ҡаҙаҡ йылҡысылары һәм Ырымбур оҫталары үҙҙәренең мәҙәниәте менән таныштырҙы

«Башҡорт аты» IV фестивалендә Ырымбур өлкәһенең «Ҡаҙаҡ теле» халыҡ-ара мәҙәни үҙәге ҡаҙаҡ халҡының биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиелары ингән экспозиция тәҡдим итте. Йола буйынса, ҡунаҡтар милли кейемдәрҙе һәм бай биҙәлгән туй кейемдәрен баһалай ала.

Ҡаҙаҡ йылҡысылары һәм Ырымбур оҫталары үҙҙәренең мәҙәниәте менән таныштырҙы
Ҡаҙаҡ йылҡысылары һәм Ырымбур оҫталары үҙҙәренең мәҙәниәте менән таныштырҙы

– Миңә ат менән бәйле бөтә нәмә бик ҡыҙыҡлы. Башҡорттар һәм ҡаҙаҡтар шуға оҡшаш: беҙҙең өсөн ат – төп мөлкәт, – тип уртаҡлашты үҙәк етәксеһе урынбаҫары Алмагөл Баймөхәмәтова.  Беҙ егермегә яҡын ат тотабыҙ. Өҫтәлебеҙҙә төп ризыҡ – йылҡы ите. Башҡорттар кеүек үк, беҙ ҙә ҡаҙы, бишбармаҡ, ҡаҡланған һәм ҡыҙҙырылған йылҡы итен яратабыҙ.

Шулай ҙа ҡаҙаҡ йылҡысыларының башҡорт тоҡомона ҡыҙыҡһыныуы осраҡлы түгел. Улар уның сыҙамлылығын һәм һөт сифаттарын юғары баһалай.

– Былтыр беҙ үҙ хужалығыбыҙ өсөн башҡорт тоҡомло бер бейә һатып алдыҡ. Уның һөтлө, сыҙамлы икәне тураһында ишеткәйнек. Беҙгә ҡолондарҙың һау-сәләмәт булыуы мөһим, ә башҡорт атының бының өсөн һөтө күп,  тип билдәләне Алмагөл Баймөхәмәтова.

Әйткәндәй, делегация составына ул фестивалдә тағы ла бер яҡшы бейә ҡарар өсөн инергә булған, тип хәбәр итә «Башҡорт аты» фестиваленең матбуғат хеҙмәте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» IV халыҡ-ара башҡорт аты фестивале үтә. Унда 17 дәүләт һәм Рәсәйҙең 12 төбәге вәкилдәре ҡатнаша.

Фото: «Башҡорт аты» фестиваленең матбуғат хеҙмәте.

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас