Мәҙәниәт
4 Июль 2025, 07:15

Лариса Абдуллинаға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде

Шағирә, тәржемәсе, журналист, тиҫтәләгән китап авторы, Шәйехзада Бабич һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Лариса Абдуллина бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем алды.

Лариса Абдуллинаға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелдеЛариса Абдуллинаға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде
Лариса Абдуллинаға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде
 

 Бүләкләү тантанаһы Өфөлә «Башҡортостан Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының дөйөм йыйылышында үтте.

Яуап һүҙендә ул үҙенең ижади һәләтен таныуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, был юғары исемде ғорурлыҡ менән йөрөтәсәген билдәләне.

Лариса Абдуллина Дәүләкән районының Мәкәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағандан һуң «Йәшлек» республика йәштәр гәзите редакцияһында, 2011-2020 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите редакцияһында эшләй, ә һуңынан «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-07-03/larise-abdullinoy-prisvoeno-pochetnoe-zvanie-narodnyy-poet-bashkortostana-4300780

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Фото:Азат Мөхәмәтйәнов
Автор:"Башинформ".
Читайте нас