Мәҙәниәт
8 Июнь 2025, 17:21

"Урал батыр" эпосының күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды

Билдәле эпостың факсимиль баҫмаһын тапшырыу тураһындағы килешеүгә Башҡортостандың Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов һәм Евразия күсмә цивилизациялар музейы директоры Николай Григорьев ҡул ҡуйҙы.

"Урал батыр" эпосының күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды"Урал батыр" эпосының күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
"Урал батыр" эпосының күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды

"Урал батыр" эпосының факсимиль баҫмаһы Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан булдырылған һәм 1910 йылғы оригиналь яҙманы ҡабатлай. "Китап байрамы" III Халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә уны БР Милли музейы фондына тапшырҙылар. Ә бөгөн, яңыраҡ булдырылған "Урал батыр" эпосы көнөндә, ул Евразия күсмә цивилизациялар музейына юлланды.

- Коллегаларыбыҙ менән сәсәндәрҙең һүҙҙәренән эпосты яҙып алған Мөхәмәтша Буранғолов тураһында күптән мәғлүмәт йыйҙыҡ, сөнки визит-үҙәккә килеүселәр был хаҡта йыш ҡына һорашты, - тип һөйләне Николай Григорьев. - Шуға күрә беҙ "Урал батыр"ҙың факсимиль күсермәһе өсөн республика етәкселегенә бик рәхмәтлебеҙ. Ул визит-үҙәк экспозицияһының үҙәк зоналарының береһендә урынлашасаҡ.

Николай Николаевич әйтеүенсә, йыл дауамында музейҙың ғилми хеҙмәткәрҙәре тағы бер яҙма ҡомартҡының факсимиль күсермәһен эшләргә ниәтләй. Был урта быуат китабы, Алтын урҙа һәм Ҡазан ханлығының тарихи яҙмаларын һәм легендаларын үҙ эсенә ала. Ә киләсәктә Евразия күсмә цивилизациялар музейында Алтын урҙа дәүеренең яҙма сығанаҡтары менән шөғөлләнгән ғилми бүлек барлыҡҡа киләсәк.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының һәм Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Шәүрә Шәкүрова "Урал батыр" эпосының әһәмиәте тураһында һөйләне. Ул күп йылдар тексты һәм уның тәүге сығанағын тикшерә.

- "Урал батыр" эпосын сикһеҙ өйрәнергә мөмкин, - тип билдәләне ул. - Башҡорт мәҙәниәтенә ҡағылышлы бөтә нәмә ошо әҫәр менән һуғарылған. Ул халыҡ әкиәттәрендә һәм хәҙерге заман мәҙәниәт әҫәрҙәрендә, шул иҫәптән театр постановкаларында дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы башланғысы менән "Урал батыр" эпосы көнөн йыл һайын 8 июндә үткәрергә ҡарар ителде. Был хаҡта Радий Хәбиров Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында иғлан итте. 

Мария СНЫТКИНА.

"Республика Башкортостан" гәзите.

Автор:
Читайте нас