Мәҙәниәт
18 Апреля 2025, 12:35

"Милли кейем көнө менән, Салауаттар!"

18 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө үтте. Был дата, республика Башлығы указына ярашлы, йылына ике тапҡыр: апрелдең өсөнсө йомаһы һәм сентябрҙең икенсе йомаһы билдәләнә.

"Милли кейем көнө менән, Салауаттар!""Милли кейем көнө менән, Салауаттар!"
"Милли кейем көнө менән, Салауаттар!"

Салауат районы хакимиәте башлығы социаль селтәрҙәрҙә район халҡын Милли кейем көнө менән ҡотланы. Ул үҙенең яҙмаһына район Хакимиәте коллективының төрлө милләт кейемдәрендә төшкән фотоһүрәт тә беркетте.

"Бөгөн - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө, - тине Марс Фәррәх улы. - Башҡортостанда 164 милләт вәкиле йәшәй. Һәр кемдең үҙенсәлекле мәҙәни йолалары, сағыу байрамдары, аш-һыу йолалары һәм, әлбиттә, үҙенсәлекле милли кейемдәре бар.
Ҡәҙерле салауаттар, бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, именлек, халыҡ тарихына һаҡсыл ҡараш, уның мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлауҙы теләйем. Милли кейем көнө менән!"

Фото: Марс Кашаповтың Телеграм-каналы.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас