Мәҙәниәт
8 Апрель 2025, 10:19

Өфөнөң Ay Yola төркөмө яңы йырын тәҡдим итте

Өфөнән Ay Yola башҡорт төркөмө яңы йырын сығарҙы. «Батыр» тигән трек төркөмдөң рәсми телеграм-каналына һалынған.

Өфөнөң Ay Yola төркөмө яңы йырын тәҡдим иттеӨфөнөң Ay Yola төркөмө яңы йырын тәҡдим итте
Өфөнөң Ay Yola төркөмө яңы йырын тәҡдим итте

Роликтың рус, башҡорт, ҡаҙаҡ һәм инглиз телдәрендә субтитрҙары бар.  

Ay Yola хәбәр итеүенсә, «Һомай» йыры Shazam донъя чартында 4-се урынға күтәрелгән. Был трек Рәсәйҙә, Нидерландта, Финляндияла, Белоруссияла һәм Ҡаҙағстанда алдынғы позицияны биләй. Сингапурҙа, Чехияла, Данияла һәм Үзбәкстанда – икенсе, ә Хорватияла һәм Азербайжанда дүртенсе урында тора. Норвегияла һәм Төркиәлә ул – иң яҡшы унау, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Швецияла, Австрияла һәм Бөйөк Британияла иһә Топ 30 иҫәбендә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Ay Yola төркөмөнөң «Һомай» йырына клип төшөрөргә әҙерләнеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-08/bashkirskaya-gruppa-iz-ufy-ay-yola-vypustila-novuyu-pesnyu-4189073

 

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Автор:"Башинформ"
Читайте нас